Алексей Резников, Министр обороны Украины
Во время срочной службы одним из моих лучших армейских товарищей был башкир. На днях я просматривал статистику потерь российских оккупационных войск в Украине. Это подтолкнуло к написанию данного текста – своего рода обращения к моему товарищу и всему башкирскому народу.
Я – министр обороны Украины. Сегодня моя задача – создавать условия, чтобы силы обороны Украины эффективно уничтожали врагов моей страны. В том числе – и башкир, если они будут в составе армии российских оккупантов.
Но в сложившейся ситуации я вижу повод задуматься для настоящих лидеров башкирского народа – одного из самых многочисленных в России.
Республика Башкортостан занимает 7-е место по численности населения среди субъектов Российской Федерации и 10-е по размеру ВРП.
Однако по итогам 2022 года регион был на 20-м месте по качеству жизни и в третьем десятке по уровню благосостояния семей. И это — на фоне аномально высоких доходов РФ от продажи нефти и нефтепродуктов.
После введения санкций против нефтяного сектора РФ ситуация для жителей Башкортостана значительно ухудшится.
В то же время, согласно российским данным, подчёркиваю – не украинским, а российским, Башкирия делит 4-5 место среди всех регионов РФ по числу погибших в Украине солдат оккупационной армии Кремля. И занимает первое место по Приволжскому федеральному округу. Безвозвратные потери за 4 месяца 2023 года уже значительно превысили число за весь 2022 г.
Счёт погибших, пропавших без вести или ставших инвалидами идёт на тысячи. Вы это знаете лучше меня.
Возникает вопрос: за что башкиры гибнут в Украине – вдали от своего дома?
Разве украинцы – враги башкирам? Нет.
Украинцы попирают гражданские, национальные и культурные права башкир? Нет.
Украинцы мешают развитию башкирского языка? Нет.
Украинцы посягают на исторические земли башкир? Нет.
Украинцы присваивают богатства, которые даёт земля башкир? Тоже нет.
Всё это делают другие люди. И они живут не в Украине.
А в Москве.
Может, башкиры воюют, чтобы выдуманный "украинский нацизм", о котором вещает российское телевидение, не пустил корни в Уфе, Стерлитамаке или Салавате? Приведу аналогию.
Одним из наиболее выдающихся деятелей башкирского народа является Ахмет-Заки Валиди Тоган. Известный учёный-историк, востоковед, лидер национально-освободительного движения. Которого большевики вынудили покинуть родную землю, полвека жить в эмиграции и умереть на чужбине.
В советское время его имя пытались опорочить, называли идеологом "буржуазно-националистической оппозиции". Единомышленники Заки Валиди подвергались репрессиям. Это делалось на основе сфабрикованных чекистами обвинений.
Казалось, чёрную страницу удалось перевернуть. Доброе имя Ахмет-Заки Валиди было восстановлено, а его заслуги наконец-то оценены по достоинству. В частности, его имя присвоили Центру тюркских исследований петербургского университета, был создан музей. А на территории университета в 2008 году установили его бюст, подаренный СПбГУ Министерством культуры Башкирии.
Однако в 2021 году эту попытку отдать дань уважения выдающемуся сыну башкирского народа Генпрокуратура РФ назвала "героизацией деяний пособников нацистских преступников". Которая якобы "оказывает негативное влияние на студентов и является недопустимой".
Сотрудников университета вынудили оправдываться. А установку бюста, на открытии которого присутствовала высокая официальная делегация Республики Башкортостан и руководство Санкт-Петербурга, объявили … самоуправством.
В 2021 году также убрали и "потеряли" бюст Заки Валиди в г. Сибае, в самой Башкирии.
Это выглядит очень оскорбительно. Достойного человека через 50 лет после смерти превратили в "нацистского преступника" и "экстремиста". Почему? Лишь потому, что он говорил о правах башкирского народа, в том числе – на самоопределение.
Надругались над памятью Заки Валиди в угоду людоедской политике Москвы, которая пытается искоренить всё, что не вписывается в имперскую и нацистскую по своей сути концепцию "русского мира". Сегодня они уничтожают археологическое наследие древнего города Башкорт. А завтра могут сделать "экстремистом" Салавата Юлаева.
Точно также в "русский мир" "не вписались" и украинцы. Народ десятилетиями называли "братским", а потом он стал неугодным. Весь поголовно. От мала до велика. Только за то, что мы решили сами определять свою судьбу, без Москвы.
Российская пропаганда превратила нас во врагов, которых нужно "денацифицировать". Российская армия уже убила сотни украинских детей, десятки тысяч мирных граждан, разрушила множество городов…
Сегодня украинские воины демонстрируют массовый героизм. А простые люди поддерживают армию всем, чем могут.
Потому что мы знаем, что защищаем.
Свои дома. Своих близких. Наследие наших дедов-прадедов. Будущее наших детей на нашей земле.
В центре Киева стоит храм – собор Святой Софии, который тысячу лет назад построил наш великий князь Ярослав Мудрый. Внутри находятся фрески с изображением его семьи, а на стенах – надписи, которые столетиями оставляли наши предки. Современные украинцы могут их прочитать. У нас более тысячи лет непрерывной истории перед глазами.
Мы воюем за своё.
Мы не отдадим ни сантиметра территории. А всё, что временно оккупировано – вернём.
Мы хотим и будем жить свободно, в достатке, самостоятельно принимая решения. Наши воины сражаются за это, мы их почитаем как героев.
Минингали Шаймуратов в 1943 г. погиб в Луганской области, сражаясь с гитлеровцами. Сейчас весь свободный мир и страны антигитлеровской коалиции считают, что главные адепты Гитлера – в Москве.
Так за что умирают башкирские юноши и мужчины в Украине, в том числе – из батальона имени Шаймуратова?
Они погибнут – и у башкир станет в России больше прав? Нет.
Вы отправите ваших людей на смерть, и получите больше уважения для башкирского народа? Нет.
Вы их похороните, и станет больше уроков башкирского языка в школах? Нет.
Сайт Башкирского государственного университета — на пяти языках. Но башкирский среди них отсутствует. Он там появится, если вы заплатите кровью?
Наконец, башкиры станут получать больше средств от нефтяной отрасли, и эти средства будут распределятся справедливо? Чтобы ваша молодёжь могла себя реализовать, а старики жили безбедно? Нет.
Вы же это понимаете?
Так за что вы воюете?
Жертвы в Украине не улучшат ситуацию для башкирского народа. Только ухудшат. Потому что теперь вы несёте коллективную ответственность за преступления. Ваших людей превратили в убийц. Несколько поколений башкир будет расплачиваться за алчность московских безумцев. И за слабость ваших руководителей, которые боятся противостоять давлению Кремля.
Ситуация изменится только в одном случае – если изменить политику Москвы в отношении народов России.
Украинцам абсолютно понятно стремление башкир определять судьбу своей Родины и добиваться блага для своего народа.
Но бороться за это нужно не в Украине – а в России, против Кремля.
Это – правда. Кто отказывается её видеть – предаёт свой народ.
Заберите своих людей из Украины. Отдайте нам военных преступников. И тогда мы станем союзниками в деле построения лучшего будущего для наших народов.
Кремль уже проиграл эту войну. Совместно мы заставим его отказаться от имперских амбиций.
Чем раньше это произойдёт – тем больше жизней удастся спасти. И тем раньше удастся стать на путь созидания.
Алексей Резников,
Украинаның Оборона Министры
Башҡорттар нимә өсөн һуғыша?
Хеҙмәт иткән ваҡытта минең иң яҡшы әрме дуҫтарымдың береһе башҡорт ине. Яңыраҡ мин рәсәй оккупация ғәскәрҙәренең юғалтыу статистикаһын ҡарап үттем. Был хәл мине ошо тексты, үҙенсә күрә минең дуҫыма һәм бөтә башҡорт халҡына мөрәжәғәтте,яҙырға этәрҙе.
Мин — Украинаның Оборона Министры. Бөгөнгө көндә минең иң мөһим мәсьәләм — Украина оборона көстәренә эффектив рәүештә минең илемдең дошмандарын юҡҡа сығырыу өсөн шарттар булдырыу.
Шулай уҡ башҡорттарҙы — әгәр ҙә улар рәсәй әрмеһенең составында булһа.
Әммә ләкин бөгөнгө көндәге шарттарҙа мин ысын башҡорт халҡының (Рәсәйҙә иң ҙурҙарының береһе) лидерҙарының уйланыуҙарын теләр инем.
Башҡортостан республикаһы халыҡ иҫәбе бүйынса Рәсәй Федерацияһының субъектары араһында етенсе урында тора. Тулайым региональ продуктының күләме буйынса — унынсы урында.
Шулай ҙа, 2022 йылдың йомғаҡтары буйынса, төбәк йәшәү сифаттары буйынса егерменсе урында ғына тора һәм ғаиләләрҙең бәрәкәтенең дәрәжәһе утыҙлаған урын менән баһалана.
Был бик ғәжәйеп хәл, сөнки Рәсәй нефть һәм нефть матдәләрен һатыу менән бик ҙур килем ала.
Рәсәйҙең нефть өлкәһенә санкциялар һалыуҙан һуң башҡорт халҡының хәлдәре насараясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта, рәсәйҙең иҫәпләүҙәре буйынса, әйтеп үтәм — рәсәйҙең, украинаның түгел, Башҡортостан, Кремльдың оккупациялы әрмеһендә булараҡ, Украинала һәләк булған һалдаттар араһында дүртенсе — бишенсе урынды бүлә. Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.
Ҡайтарып булмаған юғалтыуҙар һаны 2023-сө йылдың дүрт айында бөтә 2022 йылға ҡарағанда ла ҙурыраҡ булды.
Юҡ булған һәм ҙәғиф булып ҡалған һалдаттарҙың иҫәбе меңгә етә. Һеҙ быны минһеҙ ҙә беләһегеҙ.
Ошо мәғлүмәттәрҙән һуң асыҡ һорау барлыҡҡа килә: нимә өсөн башҡорттар Украинала, үҙ өйҙәренән алыҫ ерҙә, үлә?
Украин халҡы башҡорттарҙың дошманымы? Юҡ.
Украин халҡы башҡорттарҙың граждан, милли, мәҙәниәт хоҡуҡтарын ҡыҫамы? Юҡ.
Украин халҡы башҡорт теленең үҙешенә ҡаршы торамы? Юҡ.
Украин халҡы башҡорттарҙың тарихи ерҙәрен тартып алыу менән ҡурҡытамы? Юҡ.
Украин халҡы башҡорт ерҙәре биргән байлыҡтарҙы үҙенеке тип иҫбатлаймы?
Шулай уҡ юҡ.
Бөтәһен дә икенсе кешеләр эшләй.
Һәм улар Украинала йәшәмәй.
Улар Мәскәүҙә йәшәй.
Бәлки башҡорттар рәсәй телевидениеһы уйлап сығарған "украинаның нацизмы" Өфөлә, Стәрлетамаҡта тамырҙарын ебәрмәһен тип көрәшәлерҙер? Мин бер аналогия үткәреп киткем килә.
Башҡорт халҡының иң таныҡлы эшмәкәрҙәренең береһе булып Әхмәтзәки Вәлиди Туған һанала. Таныҡлы ғалим — тарихсы, Көнсығыш илдәренең шәрҡиәтсеһе, милли азатлыҡ хәрәкәтенең лидеры. Уны большевиктар үҙ илен ташлап китергә, ярты быуынды эмиграцияла йәшәргә һәм сит ерҙә үлеп ҡалырға мәжбүр иткәндәр.
Совет ваҡытында уның исемен хурларға тырышҡандар, уны "милли буржуаз оппозицияһының" хәрәкәтсеһе тип атағандар. Зәки Вәлидине хуплаған
кешеләр репрессияларға эләккән. Быны тик чекистарҙың уйлап сығарылған ғәйепләре менән генә эшләргә мөмкин булған.
Ҡара биттәрҙе әйләндерҙек тип уйлағайныҡ та бит… Әхмәтзәки Вәлидинең изге исеме ҡайтарылғайны, ә уның хеҙмәттәре дөрөҫ рәүештә баһаланғайны. Һанап үткәндә, уның исеме Петербург университетының төрөк фәне үҙәгенә бирелгәйне, музей асылғайны.
Ә музей территорияһында 2008 йылда Башҡортостандың Мәҙәниәт Министрлығы менән бүләк ителгән бюстын ҡуйғайнылар.
Әммә ләкин 2021 йылда был маташыуҙарҙы Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы "героизация деяний пособников нацистских преступлений" тип атаны. Был фекер һәм эшмәкәрлек студенттарға насар тәьҫир бирә һәм булмаҫлыҡ хәл тип баһаланды.
Университеттың хеҙмәткәрҙәрен был эштәре өсөн аңлатыуҙарын һәм аҡланыуҙарын һоранылар. Ә бюсттың ҡуйыу фекерен һәм мәлен, Башҡортостан Республикаһының һәм Санкт — Петербург ҡалаһының бөйөк официаль етәкселәренең делегациялары был урында булыуына ҡарамаҫтан, үҙ — аллылыҡ тип һанағандар.
2021 йылда Зәки Вәлидинең бюстын Сибай ҡалаһында ла "юғалтҡандар", үҙ Башҡортостан республикаһында.
Был хәл бик мыҫҡыл күренә. Арҙаҡлы кешене үлгәненән һуң 50 йыл үткәс "нацист йенәйәтсеһенә" һәм "экстремистҡа" әйләндергәндәр.
Ниңә? Был тик ул башҡорт халҡының хоҡуҡтары тураһында һөйләгәне өсөн һәм шул уҡ ваҡытта үҙбилдәләнеү маҡсаттарына ынтылғаны өсөн.
Зәки Вәлидине иҫкә алыуҙы Мәскәүҙең кешелекһеҙ политикаһы мыҫҡыл итте. Нимә өсөн? Улар "империяға" һәм "нацизмға" һыймаған фекерҙәрҙе ҡабул итмәй, улар уны мотлаҡ рәүештә бөтөрөгә теләй, сөнки улар "урыҫ ғаләменә" тура килмәй. Бөгөнгө көндә улар боронғо Башҡорт ҡалаһының археологик ҡомортҡаһын юҡҡа килтерә.
Ә иртәгә улар Салауат Юлаевты ла экстремист тип һанаясаҡ.
Шулай уҡ урыҫ ғаләмәһенә украин халҡы тап килмәне. Халыҡты йылдар буйы "ағай/ абзый" тип атанылар, әммә ләкин шунан һуң ул халыҡ Рәсәйгә кәрәкмәй ҡалды. Бөтөн Украин халҡы. Бәләкәйҙәрҙән оло халыҡҡа тиклем. Тик беҙ үҙебеҙ үҙебеҙҙең тормошыбыҙҙы билдәләргә әҙер булғаныбыҙ өсөн.
Рәсәй пропагандаһы беҙҙе "юҡ итә торған" дошмандарға әйләндерҙе. Рәсәй әрмеһе йөҙләгән украин балаларын, ун меңдән ашҡан ябай халыҡты үлтерҙе, күпләгән ҡалаларҙы юҡҡа килтерҙе.
Бөгөнгө көндә Украин халҡы күмәкләгән ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ә ябай халыҡ бөтә көстәрен биреп әрмегә ярҙам итә.
Сөнки беҙ беләбеҙ нимә өсөн һуғышҡаныбыҙҙы.
Беҙҙең өйҙәребеҙ. Беҙҙең яҡындарыбыҙ. Беҙҙең ата — бабайҙарыбыҙҙың тоҡомо. Беҙҙең балаларыбыҙҙың беҙҙең ерҙәге киләсәге.
Киевтың уртаһында сиркәү тора — Изге Софияның сиркәүе. Уны меңәрләгән йыл элек беҙҙең оло кенәз Ярослав Мудрый төҙөгән. Сиркәү эсендә уның ғаиләһенең фрескалары, ә стеналарында — тоҡомдар менән йөҙләгән йылдар буйы ҡалдырылған яҙыуҙары тора. Хәҙерге заман украин йәштәре уларҙы уҡый ала. Беҙҙең алдыбыҙҙа меңәрләгән йыллыҡ тарих. Бөтәһе лә беҙҙең күҙҙәребеҙ алдында.
Беҙ үҙебеҙ өсөн көрәшәбеҙ.
Беҙ үҙ еребеҙҙең бер сантиметырын да бирмәйәсәкбеҙ. Баҫып алынған ерҙәребеҙҙе ҡайтырасаҡбыҙ.
Беҙ аҙатлыҡлы ерҙә йәшәргә теләйбеҙ һәм булдырасаҡбыҙ: бәрәкәтлектә, үҙ аллы ҡарарҙарыбыҙ араһында. Беҙҙең яугирҙәребеҙ шуның өсөн көрәшә.
Беҙ уларҙы батырҙар һымаҡ хөрмәт итәбеҙ.
Минниғәле Шәйморатов 1943 йылда Гитлерҙың ғәскәренә ҡара һуғышып Луган өлкәһендә һәләк булған. Хәҙерге көндә бөтә азатлы донъя һәм "антигитлер коалицияһының" илдәре Гитлерҙың төп ҡаһарманы тип Мәскәүҙе һанай.
Шул уҡ һорау: нимә өсөн башҡорт егеттәре һәм ирҙәре Украин ерендә үлә?
Шул уҡ ваҡытта — Шәйморатов батальонынан?
Башҡорттар үлгәс, Рәсәйҙә уларҙың хоҡуҡтары артасаҡмы? Юҡ.
Һеҙ үҙ кешеләрегеҙҙе һуғышҡа йебәрерһегеҙ һәм күберәк ихтирам алырһығыҙ? Юҡ.
Һеҙ үлгән һалдаттырҙы күмерһегеҙ һәм шул көндән башҡорт теле дәрестәре күбәйерме? Юҡ.
Башҡорт дәүләт университетының официаль селтәре биш телдә. Әммә ләкин улар араһында башҡорт теле юҡ. Ул унда һеҙ ҡан ҡойоп ҡайтҡас ҡына буласаҡмы?
Шунан һуң ғына башҡорттар нефть тармаҡтарында табылған байлыҡтарҙы ала башлаясаҡмы һәм улар ғәҙел рәүештә таратылырмы? Шунан һуң ғына йәш быуын бөтә ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырырмы һәм ололар байыраҡ йәшәп китерме? Юҡ.
Һеҙ бите быны аңлайһығыҙ?
Нимә өсөн һуғышаһығыҙ һуң?
Украиналағы ҡорбандар башҡорт халҡының хәлдәрен яҡшыртмаясаҡ. Тик насарыраҡ ҡына буласаҡ. Сөнки һеҙ хәҙер был ваҡиғалар өсөн коллектив рәүештә яуаплыһығыҙ. Һеҙҙең кешеләрегеҙҙе енәйәтселәргә әйләндерҙеләр. Һеҙҙең бир нисә быуын халҡы мәскәү алйоттарының ҡомһоҙлоғо өсөн үҙ хаҡын түләйәсәк. Һәм шул уҡ ваҡытта һеҙ үҙегеҙҙең көсһөҙ, Кремльдың баҫымына бер һүҙ әйтергә лә ҡурҡып ултырған, етәкселәрегеҙ өсөн түләйәсәкһегеҙ.
Хәл — ваҡиғалар тик бер осраҡта ғына үҙгәрәсәк — әгәр ҙә бөтөн Мәскәү сәйәсәтенең мөнәсәбәте Рәсәйҙең халыҡтарына ҡарата үҙгәрһә.
Украин халҡына башҡорттарҙың үҙ яҙмыштарын ҡорғаны һәм үҙ халҡы өсөн якшыраҡ тормош төҙөргә тырышҡаны аңлашыла.
Әммә бының өсөн Украинала түгел, ә Рәсәйҙә көрәшергә кәрәк, Кремльға ҡаршы.
Был дөрөҫ. Ә кем дә кем быны аңламай икән — улар үҙ халҡына хыянат итә.
Үҙ кешеләрегеҙҙе Украинанан алып китегеҙ. Беҙгә хәрби енәйәтселәрҙе тапшырығыҙ. Тик шунан һуң ғына беҙ үҙ халҡыбыҙ өсөн яҡшыраҡ киләсәгебеҙҙе ҡороуҙа бергәләшә алабыҙ.
Кремль был һуғышта еңелде. Күмәкләшеп беҙ уның империялы ынтылыштарынан баш тартыуын булдырасаҡбыҙ.
Иртәрәк был маҡсаттарға ирешһәк — күберәк ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырбыҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта ғына тиҙерәк дөрөҫ юлға һәм ижад итеү юлына баҫырбыҙ.